Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол ауылы мәҙәниәт йортонда Пушкин картаһы сиктәрендә «Башҡорт халыҡ йырҙары» исемле сара үткәргәндәр.
Ҡатнашыусы балаларға Уральск ауылы балалар сәнғәт мәктәбенең уҡытыусылары Олеся Халилова һәм Дим Мужаверов башҡорт халыҡ йыры жанры төрҙәре, халыҡ йырсылары, данлы йырҙар тураһында һөйләп, Башҡортостандың халыҡ йырсыһы Абдулла Солтановтың мәшһүр йырҙарын тыңлатҡандар, башҡорт музыка уйын ҡоралдарында уйнарға өйрәткәндәр.
«Сараның маҡсаты — балаларҙа халыҡ йырына ҡыҙыҡһыныу уятыу, вокал, ҡурай, думбыра дәрестәренә шул йырҙарҙы өйрәнергә теләп йөрөүҙәрен булдырыу ине» — тип хәбәр итте мәҙәниәт йорто мөдире Гөлнара Исламова.
Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол ауылы мәҙәниәт йортонда башҡорт халыҡ йырҙары яңғыраны…