«Байыҡ» башҡорт бейеү телевизион конкурсының яңы миҙгеле — беренсе сығарылышы эфирға сыҡты.

Был телеконкурс, республикабыҙҙың төрлө мөйөштәренән килгән талантлы бейеүселәрҙе сәхнәгә сығарып, күптән тамашасыларҙың һөйөүен яулап өлгөрҙө лә инде.

Үҙебеҙҙең, талатлы учалы бейеүселәренең сығышын да эфирҙа оҙаҡламай күрәсәкбеҙ — Иманғол ауылы һылыуы Роза Юлбирҙина, Учалы ауылы район мәҙәниәт йортоноң «Ҡалҡан» халыҡ бейеүҙәре ансамбле, Ҡунаҡбай ауылының күп функциялы мәҙәниәт йортоноң «Аҡ теләк» халыҡ фольклор ансамбле һәм етәкселәре — Гөлфинә Йомағужина яңыраҡ ойоштороусыларҙан, Өфөлә үткән бәйгенең беренсе турына саҡырыу алып, уңышлы сығыш яһап, «Байыҡ»тың икенсе турына ла үттеләр!

Афарин учалылар!

Артабан да һеҙгә уңыштар теләйбеҙ!

Учалы бейеүселәре — «Байыҡ» тың икенсе турында!

Добавить комментарий