Ниндәй бала уйын яратмай?

Әлбиттә барыһы ла ярата!.

Ҡайһы бер уйындар быуындан-быуынға тапшырыла килә, күп йылдар йәшәй, тик уларҙың исемдәре һәм ҡағиҙәләре генә үҙгәрә.

Беҙҙең олатай-өләсәйҙәребеҙ ниндәй уйындар уйнап үҫкән икән? Иҫтамғол ауылындағы, йәйге каникулдарға өләсәләренә ҡайтҡан балалар был һорауға яуапты белә — кисә, саф һауала, клуб мөдире Гөлсирә Ғәлиәхмәтова ойошторған сарала улар өләсәйҙәре менән бергәләп «Аҡ тирәк-күк тирәк», «Үгеҙ йөҙөк», «Йәшерәм яулыҡ», «Өйрәк атыш», «Боҙоҡ телефон», «Һапалаҡ», «Йәшенмәк», «Өсөнсө артыҡ» һәм башҡа халыҡ уйындарын уйнап кинәнделәр.

Йәмле һәм йәнле сара, тәмле сәй эсеү менән тамамланды.

Халыҡ уйындарын тергеҙеп…

Добавить комментарий