Кисә, районыбыҙҙа уңышлы эшләп килгән, алдынғы колективтарыбыҙҙың береһе — Яңы Байрамғол ауылы мәҙәниәт йортоноң “Байрамғол егеттәре” йыр ансабленең юбилей кисәһе булды. Районыбыҙ ғына түгел, республика кимәлендә үҙҙәрен танытып, халыҡ күңелен, халыҡ һөйөүен яулаған ансамбль, “халыҡ” исемендә ун йыл сығыш яһайҙар.
Мәҙәниәт бүлеге етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Рәфиә Хәмзә ҡыҙы Әсәҙуллина ансамблде ҡотлап, изге теләктәрен еткерҙе һәм рәхмәт хаттары менән бергә, «Байрамғол егеттәре»нә сәхнә костюмдарын тектереп бүләк итәсәктәрен әйтеп үтте.

«БАЙРАМҒОЛ ЕГЕТТӘРЕ»НӘ 10 ЙЫЛ!!