Яҡташыбыҙ, яҙыусы Зифа Ҡадырова әҫәре буйынса ҡуйылған «Яҙмышың үҙ ҡулыңда» исемле тормошсан спектакль, 6 март көнө ҡунаҡсыл Инйәр ҡасабаһының мәҙәниәт йортонда, Театр йылына арналған милли театрҙар республика фестиваль-марафоны сиктәрендә тамашасыға тәҡдим ителде. Инйәр халҡы Учалыларҙың сығышын бик йылы ҡабул итте.
Сарала, ҡунаҡтар: Белорет район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Илгиз Тләүбаев, Республика халыҡ ижады үҙәгенең театр сәнғәте буйынса баш белгесе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең театр эшмәкәрҙәре Союзы ағзаһы Тәнзилә Ҡалмурзина, Башҡортостандың халыҡ артисы Рәмилә Сәлимгәрәева, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Учалы мәҙәниәт бүлеге етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Рәфиә Әсәҙуллина, Белорет районы мәҙәниәт идаралығы начальнигы Ирек Иҫәнғужин һәм башҡалар ҡатнашты. Сара барышында, фестиваль-марафон штандарты Учалы районына тапшырылды. Беҙ иһә, 11 март көнө уны тантаналы рәүештә Бөрйән районына тапшырасаҡбыҙ.

ШТАНДАРТ — УЧАЛЫЛА!