Кисә Көсөк-Маяҡ ауылы клубы мәктәп уҡыусылары менән бергә ауыл ағинәйҙәрен Халыҡ-ара Туған телдәр көнөнә арналған «Теле барҙың- Иле бар» исемле матур сараға йыйҙы.

Саҡырылған ҡунаҡтар халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижады менән таныштылар: бергәләп йомаҡ ҡойоштолар, мәҡәл-әйтемдәрҙе иҫкә төшөрҙөләр, боронғо уйындар барышында йыр-моңға маһирлыҡтарын да иҫбатланылар.

Артабан балалар самауырлы табын артында, ағинәйҙәр әҙерләп килтергән төрлө тәмлекәстәр, милли ризыҡтар менән һыйланды.

Көсөк-Маяҡ клубында самауыр артында осрашыу утте