Пьеса, атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре, уҡытыусы-пенсионер Кәримова А.Н. ярҙамында яҙылған. Спектаклдәге сюжетҡа Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы ваҡиғалар ингән.

1941 йылдың 25 июнендә, Ҡобағош ауылынан 128 ир-егет Ватанды һаҡлау өсөн фронтҡа китә. Ауылда ҡалған ҡатын-ҡыҙҙар ҙа, бала-саға ла, өлкән йәштәге ҡарттар ҙа һуғыш ауырлығын, фронттағы яугирҙәр менән берҙәй тигеҙ күтәргән. Был ваҡиғалар спектаклдә сағылыш тапҡан да инде.

Спектаклдең төп маҡсаты — үткәндәрҙе, дәһшәтле йылдарҙы онотмай, һуғыш тураһында ишетеп кенә белгән йәш быуынға фәһем булырлыҡ итеп тарихты еткереү.

Ҡобағош һәүәҫкәрҙәре, Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арнап, ауыл халҡын «Мин ҡайтырмын…» исемле яңы спектакль менән һөйөндөрҙөләр