21 февраль Халыҡ-ара туған телдәр көнө айҡанлы Башҡорт дәүләт университетының Учалы вәкиллегендә “” исемле рухи сылбыр старт алды. 
Эстафета Учалы ҡала һәм районы башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты тарафынан башҡорт телен, әҙәбиәтен, мәҙәниәтен, мөхитен һаҡлау, яҡлау, үҫтереү, донъя кимәленә күтәреү һәм ошо өлкәлә башҡарылған эштәрҙе әүҙемләштереү маҡсатында үткәрелә. 
Туған телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе, мөхитебеҙҙе һаҡлау, яҡлау, үҫтереү өсөн күп көс һалған замандаштарыбыҙҙы рухи сылбырҙа ҡатнашырға саҡырабыҙ — сара 2019 йылдың 21 февраленә тиклем дауам итәсәк. 
Төп шарт — сылбырҙы өҙмәй, һәр бүләкләнгән кеше эстафетаны артабан дауам итергә тейеш. Бының өсөн ул үҙенең сығышын(сылбырҙы дауам итеүсенең исемен әйтеп) видеотаҫмаға төшөрөп, «Бәйләнештә» селтәрендәге “Илем, телем һағында” — https://vk.com/club162329292 төркөмөнә һалырға тейеш. 
Төркөмгә ҡушылайыҡ! Ҡатнашайыҡ! Туған телебеҙҙе, рухыбыҙҙы һаҡлайыҡ, дуҫтар!

Учалыла «Илем, телем һағында» исемле рухи сылбыр старт алды

Добавить комментарий