Теүәл бер сәғәт элек, һайлап алыу турының икенсе өлөшө тамамланды. Конкурсанттар төплө әҙерләнеп килгәндәр: шиғырҙың йөкмәткеһенә ҡарап, костюм аша, көй аша образ булдырғандар. Ҡатнашыусылар баһалама ағзаларына, районыбыҙҙың билдәле яҙыусыларының ғына түгел, ә үҙҙәре яҙған шиғырҙарҙы ла тәҡдим иттеләр. 
Бөгөнгө конкурсанттарҙың сығышын тиҙҙән Учалы телевидениеһы аша ҡарап-күреп буласаҡ. 
Һеҙҙең дә ҡатнашырға теләгегеҙ бар икән, ошо телефон һандарын йыйып: ☎6-19-97, йәки, Учалы яҙыусылар ойошмаһы адресына килеп (Төҙөүселәр урамы, 9-сы йорт (09.00-13.00 сәғ)) яҙыла алһығыҙ.

“Илһам сығанағы – Ирәмәл” шиғыр бәйгеһенең һайлап алыу турҙары дауам итә…

Добавить комментарий