4 октябрь көнө, Учалы филармонияһы залында, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты АБДУЛЛА АФЗАЛ улы СОЛТАНОВТЫҢ юбилей кисәһе үтәсәк.
Оло шәхестең 90 йәшлек юбилейына арналған концертта билдәле яҡташтарыбыҙ һәм Учалы районы артистары ҡатнаша. 
Моң эйәһе Абдулла Солтановтың күркәм ғүмер байрамына арналған кисәгә рәхим итегеҙ! 
Башлана 16 сәғәттә. 
Инеү бушлай.

АБДУЛЛА СОЛТАНОВҠА — 90!

Добавить комментарий