Рәсүл ауылы клубы мөдире ауылдаштарын йәлеп итеп, волейбол майҙансығы эшләү өмәһен ойошторған. Ошо ауыл уҙаманы Ринат Закиров үҙ аҡсаһына сетка алып, күмәкләп, тиҙ арала майҙансыҡты эшләп тә ҡуйғандар.

«Нисә йыл ниәт иткән хыялым тормошҡа ашты. Хәҙер ауылыбыҙҙың волейбол уйнарға площадкаһы бар», тип ҡыуанысы менән уртаҡлашты Гүзәлиә Динмөхәмәтова.

«Берҙәмлектә көс» йәки «Волейбол уйнарға килегеҙ!»

Добавить комментарий