#БылАҙнала ике коллектив: Ҡорама ауылы мәҙәниәт йортоноң «Йәшмә» һәм Яңы Байрамғол ауылы мәҙәниәт йортоноң «Байрамғол егеттәре» халыҡ вокаль ансамблдәре өсөн тауыш биреү һуңғы минутҡа тиклем бик ҡыҙыу барҙы.
Барлығы тауыш биреүҙә 3000 яҡын кеше ҡатнашты.
Шулай ҙа, социаль селтәрҙә, «Йәшмә»нең(етәксеһе Лариса Ҡотоева) хайрандары күберәк булып сыҡты — улар 1529 тауыш йыйып еңеү яуланы!.
Аҙна дауамында яратҡан ижади коллективы өсөн янып-көйөп, тауыш биреүсе һәр кемгә рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Беҙҙең төп маҡсатыбыҙ еңеүсене асыҡлау түгел — ә һеҙҙе, Учалы халҡын, районыбыҙҙың үҙешмәкәр коллективтары, уларҙың ижады менән яҡыныраҡ таныштырыу максаты менән яна беҙҙең рубрика. Сөнки районыбыҙҙың ижад гәүһәрҙәре араһында үҙешмәкәр коллективтар айырым иғтибарға лайыҡ. Беҙ улар менән ғорурланабыҙ, уларҙың һәр сығыштарын көтөп алабыҙ, ижадттары өсөн рәхмәт әйтәбеҙ.

