Республикабыҙҙың дәүләт театрҙарынан тыш, райондарҙа мәҙәниәт йорттарында эшләп килгән халыҡ театрҙары ла тамашасыға милли-мәҙәни, рухи, әхләҡи тәрбиә биреүҙә баһалап бөткөһөҙ ҙур өлөш индерә.

Учалы районы был йәһәттән халыҡ театрҙарына бай: Юлдаш, Ахун, Комсомольск, Ҡорама, Учалы, Һәйтәк ауылдарында һәм Учалы ҡалаһында «халыҡ» исемен йөрөткән театрҙар уңышлы эшләп килә.

Бынан тыш, районыбыҙҙа биш балалар театрҙары бар. Әйткәндәй, улар быйыл үҙҙәренең «өлгөлө» исемдәрен, «Ҡыңғырауҙар сыңы» Республика балалар театрҙары фестивале сиктәрендә яҡларға әҙерләнәләр.Театрҙарыбыҙ әленән-әле төр­лө смотрҙарҙа ҡатнашып, лайыҡлы урындар яулап тора.

Беҙ уларҙы ҡотлап, яңынан-яңы ижади үрҙәр, ҙур күләмле спектаклдәр әҙерләп беҙҙе һөйөндөрөп тороуҙарын теләйбеҙ!

Бөгөн — Халыҡ-ара театрҙар көнө!