Яңы йыл башын Яңы Байрамғол, Наурыҙ ауылдары мәҙәниәт йорттары "Дуҫлыҡ күпере" менән нығыттылар. Нимә ул “Дуҫлыҡ күпере” тиһегеҙме??? Аңлатабыҙ – ул, күптән инде матур традицияға әйләнеп, ошо ауылдарҙың студенттары менән йыл һайын үткәрелеп килгән осрашыу. Быйыл уларға Мәҫкәү ауылы клубы ла ҡушылды. 28 ғинуар, Наурыҙ ауылы мәҙәниәт йортонда талантлы йәштәр — өс ауыл студентары,  өс команда, һәләт-маһирлыҡта, көс-таһыллыҡта, етеҙ-өлгөрлөктә ярыштылар. Яңы Байрамғол ауылы мәҙәниәт йорто етәксеһе Гөләйшә Әхмәткирәйева әйтеүенсә, студенттар яңы тәҫораттар алып, бик күңелле йөрөп ҡайтҡандар. Ә беҙ уларға, үҙ сиратыбыҙҙа, уҡыу йорттарына барғас та, ошо йылы осрашыу хәтирәһе, белем алыуҙа көс- дәрт, дарман өҫтәүен теләйбеҙ!

«Дуҫлыҡ күпере” нығый…

Добавить комментарий