4 март «Айыҡ ауыл» республика конкурсы сиктәрендә Илсеғол ауылында «Ҡышҡы һабантуй» байрамы үткәреләсәк.

Байрамды ойоштороусылар балалар һәм өлкәндәр өсөн ҡыҙыҡлы программа әҙерләгән:

— Илсеғол ауылы мәҙәниәт йортоноң ижади коллективтары сығыштарынан торған концерт,

— ат сабышы,

— традицион яндан уҡ атыусылар ярышы,

— «Илсеғол батыры» бәйгеһе,

— төрлө спорт ярыштары һәм һатыу нөктәләре ойоштороласаҡ.

Үткәреү урыны — Илсеғол ауылы, «Кирәү» яланы. Башлана 11.00 сәғәттә.

Рәхим итегеҙ!

Илсеғолда Ҡышҡы һабантуй гөрләйәсәк!