2 февраль көнө Илсеғол ауылы мәҙәниәт йортонда, «Айыҡ ауыл» республика конкурсы сиктәрендә, социаль хеҙмәттәр йәрминкәһе үтте.
Сарала ауыл халҡы райондың «Ғаилә» хеҙмәте, Учалы үҙәк ҡала дауаханаһы, мәғәриф булеге, халыҡ мәшғүллеге үҙәге,
опека һәм попечителлек бүлеге белгестәренә үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын биреп, кәңәш алдылар.
Фойела ауыл балалары өсөн һөнәри йүнәлеш буйынса диагностика, логопед консультациялары, ҡатын-ҡыҙҙар өсөн психологик тренинг та үткәрелде. Ошонда уҡ ауыл оҫталарының ҡул эштәре, китап, шифалы үләндәр сәйе күргәҙмәләре ойошторлған ине.
Күркәм сараны үҙенең концерт номерҙары менән Илсеғол мәҙәниәт йорто һәм район мәҙәниәт йорто артистары биҙәне.

Илсеғол ауыл мәҙәниәт йортонда «Айыҡ ауыл» конкурсы сиктәрендә ауыл халҡына социаль ярҙам күрһәтелде