Учалы яҙыусылар ойошмаһы Учалы телевидениеһы менән берлектә “Илһам сығанағы – Ирәмәл” тип исемләнгән шиғыр йәки прозанан өҙөк һөйләү буйынса конкурс иғлан итә. 
Конкурстың маҡсаты: башҡорт телен, башҡорт әҙбиәтен пропагандалау, йәш быуында патриотик рух уятыу, быуындар бәйләнешен тергеҙеү, яңы авторҙарҙы, һүҙ оҫталарын асыҡлау. 
Конкурс шарттары: 
Конкурста 16 йәше тулған Учалы районында йәшәгән һәр кем ҡатнаша ала. Ҡатнашыусы Учалы авторҙарының әҫәрҙәрен яттан һөйләргә тейеш. Шиғыр йәки прозанан өҙөк һөйләү 1-3 минуттан ашмаҫҡа тейеш. Ҡатнашыусы үҙе һайлаған костюмда, көй аҫтында сығыш яһай ала. 
Ҡатнашыусыларҙың сығыштары Учалы телевидениеһында күрһәтеләсәк. 

Белешмәләр өсөн телефон:  6-19-97. 
Учалы яҙыусылар ойошмаһы адресы: Төҙөүселәр урамы, 9-сы йорт (09.00-13.00 сәғ).

ИҒТИБАР — КОНКУРС!

Добавить комментарий