Кисә Иҫтамғол ауылы клубында башҡорт аш-һыуын популярлаштырыу, уға бәйле йолаларҙы яңынан халыҡҡа ҡайтарыу маҡсатында милли ризыҡтар байрамы үткәрелде. Ҡаҙы, бишбармаҡ, өлөш, бәлеш һәм сәк-сәк — өҫтәлдәр мул, тәмле аш-һыуҙан һығылып торҙо.

Байрам йырҙар йырлап, таҡмаҡтар әйтеп, мәҡәлдәр ҡулланып бик күңелле ойошторолған. «Халҡыбыҙҙың йолалары менән бер рәттән милли ризыҡтарыбыҙҙы һаҡлаһаҡ, тергеҙһәк, беҙ милләт булараҡ үҙ асылыбыҙҙы ла һаҡлап ҡаласаҡбыҙ», тиҙәр иҫтамғолдар.

Сараға килеүселәр, ҡатнашыусылар аш-һыуға оҫта гүзәл заттар бешереп алып килгән төрлө милли ризыҡтарҙан ауыҙ итте.

Иҫтамғол клубында милли ризыҡтарға бағышланған сара үтте