Ошо кѳндәрҙә мосолман халыҡтары матур байрамды билдәләп үтте. Ул Науруз байрамы. Был байрам Урта Азияла, йәғни фарсы, таджик халыҡтарында килеп сыға. Наурузды март айында кѳн менән тѳн тигеҙләнгән ваҡытта байрам итәләр. Шулай итеп йылдар үтеү менән был яҙ байрамын беҙҙең халыҡта ла үткәрә башлайҙар. Үткән аҙнала Ҡалуй халҡы Наурузды матур итеп ҡаршы алды. Байрам төрлө уйындар менән башланып ките. Олоһо оло тип торманы, кесеһе кесе тип торманы, барыһы ла үҙ көсөн һынап ҡараны уйындарҙа. Арҡан тартышыу, тоҡ менән ырғыу, уҡтан атыу – традицион, әммә ләкин ҡалуйҙарҙың иң яратып уйнаған уйындары. Уйындарҙан һуң барыһы ла ҡарасҡыны яндырырға йыйылдылар, теләктәр теләнеләр, дәртле итеп бейеп тә алдылар. Науруз байрамы ауыл халҡы тарафынан бешерелеп алып килгән ыуыҙ ҡоймағын тәмләп, тәмле итеп сәй эсеү менән тамамланды.

 

Науруз байрамы

Добавить комментарий