Кисә Рәсүл ауылы клубында Башҡорт мәғрифәтсеһе, ислам доңъяһының билдәле дин белгесе Зәйнулла Рәсүлевтың тыуыуына 190 йыл тулыу уңайынан»Зәйнулла ишан Рәсүлев эҙҙәре буйынса» тип аталған осрашыу үтте. Башҡортостан яҙыусылар союзы ағзаһы, прозаик, шағирә, публицист Әҡлимә Сафина ойошторған сараға райондың төрлө ауылдарынан ҡатнашыусылар килгән ине, тип хәбәр итте Рәсүл ауылы клубы мөдире Гүзәлиә Динмөхәмәтова.

Рәсүл ауылы клубында Зәйнулла Рәсүлевҡа арналған сара уҙғарылды