«Сулпылар» республика телевизион конкурсы йомғаҡ яһаны

Бына, ниһәйәт, «Сулпылар» республика телевизион конкурсы ла ҙур, йыллыҡ эшенә йомғаҡ яһаны. Конкурста республикабыҙҙың төрлө район-ҡалаларынан килгән ҡыҙҙар-малайҙар ҡатнашты.

Йәш Учалы таланттары ла һынатманы – яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәштеләр. Финалға үтеүселәр араһында Ҡунаҡбай ауылының балалар ижад мәктәбендә шөғөрләнеүсе Алтынай Әхмәҙиева ла булды. Ул, "Ҡайтыу" йыры менән, «Сулпылар» конкурсының “Тамашасы һөйөүе” номинацияһында еңеү яуланы.

БЕЛЕШМӘ: «Тамыр» студияһы ойошторған «Сулпылар» республика телевизион конкурсы 1992 йылдан үткәрелә. Конкурстың маҡсаты — балаларҙың ижадын үҫтереү, һәләттәрен асыу, уларға оло сәхнәгә юл күрһәтеү.

«Сулпылар»

Добавить комментарий