Кисә Балтас районының Иҫке Балтас ауылында «Табынфест — 2023» Төбәк-ара йәштәр фестивале үтте.

Сараның маҡсаты, быуын-ара бәйләнештәрҙе нығытыу, ырыу тарихы менән танышыу һәм әүҙем тормош алып барыуға саҡырыу.

Быйыл бишенсе тапҡыр үткәрелгән сарала Ғафури, Ҡырмыҫҡалы, Учалы, Тәтешле, Балтас, Дәүләкән, Салауат райондарынан, күрше Ырымбур, Силәбе өлкәләренән килгән делегациялар, спорт ярыштарында, халыҡ кәсебе һәм шәжәрәләр күргәҙмәһендә, «Табын һылыуы», «Табын батыры» конкурстарында һәм концерт өлөшөндә ҡатнаштылар.

Учалы районының данын яҡлап, “Табын һылыуы” исеменә дәғүәһен белдереп Илсеғол ауылы мәҙәниәт йорто мөдире Миләүшә Баязитова ла сәхнәлә һынау тотто.

Ойоштороусылар ҡыҙҙарға ҡыҙыҡлы турҙар әҙерләгәндәр — улар үҙҙәре менән дә таныштырҙы, аш-һыуға, ҡул эштәренә оҫталыҡтарын күрһәтте, йоланан өҙөк тә әҙерләп, башҡорт милли кейемдәрендә дефилела, ижади номерҙар менән дә сығыш яһаны.

Һөҙөмтәлә, Миләүшә бар һынауҙарҙы уңышлы үтеп сығып «Табын һылыуы» тажына лайыҡ булды!!!! Афарин!

«Табынфест-2023″| Гран-при — беҙҙең һылыуҙа!

Добавить комментарий