28 һәм 30 июнь көндәрендә, республикабыҙҙың йәш сәсәндәре Бөрйән районына, «Урал батыр» эпосын яттан һөйләү буйынса республика конкурсына йыйылдылар.
Ике турҙа -"Урал батыр" эпосын яттан һөйләү һәм өҙөгөн сәхнәләштереп күрһәтеүҙә, республикабыҙ райондарынан барлығы 47 бала ҡатнашты. Конкурстың бар этаптарында ла учалыларға етеүселәр булманы:
Гран-приға
Яңы Байрамғол ауылынан, беҙҙең талантлы ҡыҙыбыҙ-"йондоҙобоҙ" Ләйсән Золоторева лайыҡ булһа, Ураҙ ауылы һылыуы Лениза Шәйхетдинова өсөнсө урынлы
булды! Командалар араһында, Учалы ауылының башҡорт гимназияһы уҡыусылары(етәкселәре Гөлдәр Хәкимова) призлы 2 урын
яуланылар

!
«УРАЛ БАТЫР» ЕҢЕҮСЕЛӘРЕН БИЛДӘЛӘНЕ
