Республика халыҡ ижады үҙәгенең фольклор буйынса баш белгесе Гөлгөнә Баймырҙинаның сәхифәһенән алынған мәғлүмәт буйынса, “Аҡмулла нәсихәттәре” фольклор байрамында беҙҙең йәш Учалы егеттәре-ҡыҙҙары ла һынатмаған – уңышлы сығыш яһағандар. Учалы районының Мулдаҡай ауылы һылыуы Зарема Әминева "Урал батыр" эпосынан өҙөктө ятан һөйләһә, Ураҙ ауылы егете Денис Ғилманов, Айбулат Сәсәнбаев, Инсаф Хоҙайбиргәнов менән берлектә  Шәйехзада Бабичтың "Башҡортостан — гөлбостан" шиғырын уҡып, “халҡыбыҙ рухын, күңелен күтәрҙеләр” ти, Гөлгөнә Баймырҙина.

Учалылар һынатмай!

Добавить комментарий