Районыбыҙҙа иғлан ителгән "Фольклорҙың бер көнө" исемле конкурс киң ҡолас ала — жюри ағзалары бына инде бишенсе көн, ауыл клубтары буйлап, конкурсҡа тәғдим ителгән программаларҙы ҡарай. 

Үткән аҙнаны Ахун, Иманғол, Кирәбе, Поляковка, Учалы ауылдары биләмәһенә ҡараған клубтарҙың сығыштары йомғаҡланы. Бөгөн конкурс — Миндәк, Амангилде ауылдары биләмәһендә.
Жюри ағзалары — Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, мәҙәниәт бүлеге режиссеры Рәйес Низаметдинов, Учалы районы ағинәйҙәре ойошмаһы етәксеһе Мәрзиә Солтанбаева, Башҡорт дәүләт университетының Учалы вәкиллеге уҡытыусыһы Азат Ғарипов, район мәҙәниәт һарайының методик бүлек етәксеһе Лида Зевакина һәм методист Гөлшат Мөхәмәтшина бар сығыштарҙы ентекләп ҡарап, тейешле баһа биреп бара. 
Конкурсанттар етди әҙерләнгәндәр. Шуны ла әйтеп үтер кәрәк, был ижади конкурс яңынан яңы таланттар асып ҡына ҡалмай, ә халҡыбыҙҙың онотолоп барған йырҙарын, йолаларын тергеҙеү буйынса ҙур эш алып бара — был иһә конкурстың төп шарттарының береһе, тип белдерҙеләр баһалама ағзалары. 

УЧАЛЫЛА ФОЛЬКЛОР ГӨРЛӘЙ

Добавить комментарий