Бөгөн Башҡортостанға Ҡырғыҙстан Президенты Алмазбек Атамбаев эш сәфәре менән килде. Сәфәр сиктәрендә Алмазбек Атамбаев Рөстәм Хәмитов менән осрашасаҡ, Өфөнөң иҫтәлекле урындарында(шул иҫәптән Салауат Юлаев майҙаны, "Ватан" этнопаркы)буласаҡ. Паркты төрлө райондарҙың тирмәләре, халыҡ һөнәрмәндәренең эштәре һәм милли ризыҡ күргәҙмәләре биҙәйәсәк. Сара барышында, шулай уҡ, "Республика халыҡ ижады үҙәге ойошторолоуға 80 йыл"ға арналған традицион уҡтан атыу буйынса турнир ҙа ойоштороласаҡ — беҙҙең районыбыҙҙан 15 мәргән ир-егет һәм ҡыҙҙары ла ҡатнаша — уңыштар теләйек уларға!

Учалы районының тирмәһе — Өфөнөң «Ватан» этнопаркында

Добавить комментарий