Бөгөн, 27 март көнө бөтә донъя театр әһелдәре профессиональ байрамдарын билдәләй. Районыбыҙҙың халыҡ һәм өлгөлө театрҙары коллективтарын, етәкселәрен, ғөмүмән, сәхнәгә, сәнғәткә, театрға ғашиҡ булған бар кешеләрҙе Халыҡ-ара театр көнө менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ! Шуныһы ҡыуаныслы- байрам алдынан ғына, 24 март көнө, районыбыҙҙың өс: Юлдаш, Ҡорама, Учалы ауылдары мәҙәниәт йорттары эргәһендә уңышлы эшләп килгән балалар театрҙары комиссия алдында һынау тотоп, үҙҙәренең "өлгөлө" исемен тағы бер тапҡыр яҡланылар. Был көндө Илсе мәҙәниәт йортоноң "Арлекино" балалар ҡурсаҡ театры һәм Комсомольск моделле йортоноң балалар театры, бөтә ижади оҫталыҡтарын һалһып, беренсе тапҡыр имтихан тотоп, шулай уҡ исемле булдылар. Ҡотлайбыҙ!
Шулай итеп, районыбыҙ мәҙәниәт йорттары эргәһендә эшләп килгән 11 театрға, икәү ҡушылып 13 булдылар! #МэзэниэтУчалы барыһына ла ижади уңыштар, гөрләп-бергәләп эшләүегеҙҙе теләй!

Халыҡ-ара театр көнө менән ҡотлайбыҙ!

Добавить комментарий