Был турала беҙгә Иҫтамғол ауылы клубы мөдире Гөлсирә Ғәлиәхмәтова еткерҙе: «Иҫтамғол ауылы клубында «Яҙҙар матур гүзәл заттар менән!» тип исемләнгән бик матур байрам тамашаһы үтте. Байрамда Иҫтамғол, Науырҙа, Зәйнәкәй ауылдары һәүәҫкәр артистары,С.Низаметдинов исемендәге Учалы мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжы студенттары ҡатнашты. Беҙ уларға байрам тамашаһын матур концерт номерҙары менән йәмләгән өсөн ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ».
Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналған байрам Иҫтамғол ауылында күңелле үткән








