Районыбыҙҙың мәҙәниәт йорттарында һәм клубтарында онотолоп барған йолаларҙы тергеҙеү, йыр-моң аша халыҡты рухландырыу ниәтендә, төрлө мәҙәни саралар үткәреү йышая.

Мәҫәлән, ошо көндәрҙә Баттал ауылы клубында «Ҡар һыуына барыу» йолаһы үткән. Был йола башҡорттар араһында киң таралған. Борондан беҙҙең халыҡта март аҙағында, апрель башында, бурандар тынып, ҡар ирей башлағас ҡар һыуына барыу йолаһын үткәрер булғандар.

Баттал ауылында үткән байрамда, клуб эргәһендә эшләп килгән «Күбәләк» фольклор ансамбле апайҙары, уҡытыусылар ғына түгел, балалар ҙа, йәштәр ҙә әүҙем ҡатнашҡан. Тимәк,  йәш быуын халыҡ ижадын күреп, белеп, өйрәнеп үҫә.

Алдан билдәләгән урынға барып, һыуҙы алып ҡайтҡас, ҡатнашыусылар теләктәр теләп, уйындар уйнап, самауыр сәйе менән һыйланғандар.

Халҡыбыҙ йолалары тергеҙелә