15 сентябрь көнө Ишембай ҡалаһында Иҡсан Әбүбәкиров исеменә, традицион яндан уҡ атыу буйынса турнир үтте. Яҡташыбыҙ, коллегабыҙ Рәйес Низаметдинов, ир-аттар араһында 43 мәрәй йыйып, мәргәнлектә алдынғылыҡты бирмәне — беренсе урын яуланы! Ҡатын-ҡыҙҙар араһында Лилиә Низаметдиновала — призлы 3-сө урын! Афарин! Низаметдиновтарҙы сираттағы еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ! Уларға ижади уңыштар, яңы үрҙәр һәм сағыу еңеүҙәр теләйбеҙ!

ЯҢЫ ЕҢЕҮҘӘР!

Добавить комментарий