Үткән аҙнала, онотолоп барған йолаларыбыҙҙың береһен тергеҙеү, ауылдаштар менән бергәләшеп күркәм итеп үткәреү маҡсатында Һөйөндөк ауылы мәҙәниәт йорто мөдире Гөлсара Камалова “Ҡаҙ өмәһе” байрамын ойошторҙо. Йола, мәҙәниәт йортонда, тәртибенсә башҡарылып, гармун моңдары аҫтында оҙатыла барҙы. Юлдаш ауылы мәҙәниәт йортоноң етәксеһе, оҫта гармунсы Нәғим Аллаяровтың көйҙәренә бейеп, күңелле йырҙар йырлап, күмәк көс менән эш тә ырымлы булды. Байрам барышын мәҙәниәт бүлегенең методик кабинеты мөдире Юлиә Байзигитова фотоға төшөрөп күҙәтте.

Ҡаҙ ҡанаты ҡаурый-ҡаурый…

Добавить комментарий