Ҡобағош ауылы мәҙәниәт йортонда бик матур сара — башҡорт милли кейемен һәм уларҙың элементтарын тегеү буйынса оҫталыҡ дәресе һәм йәрминкә үтте.
Башҡорт күкрәк биҙәүесе — яға эшләү буйынса белгәндәре менән оҫтабикә Асия Фазлетдинова уртаҡлашты. Милли байрамға ситтән дә ҡунаҡтар килгән ине: Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Резеда Әминеваның сығышы, сәнғәтте һөйөүсе Ҡобағош ауылы халҡына күңелле ял сәғәттәре бүләк итте.



Ҡобағошта — милли байрам