Бөгөн хөрмәтле яҡташыбыҙ, 
районыбыҙ, республикабыҙҙың мәҙәниәтен һәм сәнғәтен үҫтереүҙә тос өлөш индергән, һәм әле лә ал-ял белмәй халҡына хеҙмәт итеүсе һоҡланғыс шәхес — Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, республиканың Милли әҙәбиәт музейы директоры Гөлдәр Сабит ҡыҙы Моратова үҙенең тыуған көнөн билдәләй.
Районыбыҙҙың барса мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре исеменән беҙ, мәҙәниәт бүлеге, ысын күңелдән ҡотлайбыҙ!
Һеҙгә, Гөлдәр Сабит ҡыҙы, ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, ҡаҡшамаҫ рух көсө, яңы үрҙәр, бәхетле көндәр теләйбеҙ!
Артабан да гел шулай беҙҙе алға әйҙәп, дәрт, көс биреп, һоҡланып-һоҡландырып йәшәгеҙ!

ҠОТЛАЙБЫҘ!