Февраль айында, Өргөн ауылы мәҙәниәт йортонда «Мәңге йәшәһен туған телем башҡорт теле» тип аталған уйын-конкурс үткәрелеүе тураһында яҙып үткән инек. Кисә, сараның дауамы, «Үҙ телемдә һөйләшәм» исеме аҫтында Килмәк ауылы клубында үтте. Конкурста Көсөк — Маяҡ, Мәҫкәү, Рафиҡ һәм Килмәк ауылынан килгән командалар ҡатнашты.

Уйында ҡатнашыусылар өсөн төп шарт: мәҡәлдәр, йомаҡтар, һанашмаҡтар, беҙҙең яҡта үҫкән үлән-сәскәләрҙең, ағастарҙың, ҡоштарҙың башҡортса атамаларын белергә ине.Һөҙөмтәлә Килмәк ауылы командаһы беренсе, икенсе урында Көсөк — Маяҡ, өсөнсө урынға Рафиҡ ауылы сыҡты.

Сараның ойоштороусылары: Учалы районы “Ағнәй” йәмәғәт ойошмаһы, мәҙәниәте бүлеге, Учалы башҡорттары ҡоролтайы һәм Учалы, Миндәк ауылдары хакимиәттәре.

«Үҙ телемдә һөйләшәм» — Килмәк ауылы клубында уйын-конкурс үтте