Кисә Рафиҡ ауылы клубында бик матур сара — «Һыйлы көнөң-һыйырҙа» байрамы уткәрелде. Ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, йолаларҙы һаҡлау һәм тергеҙеү маҡсаты менән ойошторолған был саранан, күрше ауылдар ҙа ситтә ҡалманы. Һәр өҫтәл, һәр күргәҙмә телде йоторлоҡ һөт ризыҡтарынан һығылып торҙо: ҡаймағы ла, эремсеге лә, ҡатығы ла, ҡорото ла… «Ағы барҙың – туғы бар», тип бушҡа әйтмәйҙәр шул.

Халҡыбыҙҙа борон һыйыр быҙаулағас та, ыуыҙҙан ҡоймаҡ ҡойоп, күрше-тирәне һыйлау ҡаралған булған. “Ыуыҙ ҡоймағы” тип аталған был йола әле лә йәшәй. Ғәлиәхмәр ауылы клубында эшләп килгән «Һылыу таш» фольклор ансамбле апайҙары, был матур йоланы башҡаларға ла курһәтте.

Амангилде ауылы клубынан килгән ҡатнашыусылар «байрам шул тиклем оҡшаны, күңелдәребеҙ күтәрелеп, йәшәү дәртебеҙ артып киткәндәй тойолдо», тип сара тураһында йылы тәьҫораттары менән «Бәйләнештә» социаль селтәрендә бүлештеләр.

«Һыйлы көнөң- һыйырҙа» — Рафиҡ ауылы клубында һөт байрамы үтте

Добавить комментарий