Өргөн ауылы мәҙәниәт йортонда, Халыҡ-ара Туған телдәр көнөнә арналған «Мәңге йәшәһен туған телем башҡорт теле» тип аталған уйын-конкурста беренсе урынды Иҫтамғол, икенсе урынды — Ҡунаҡбай һәм Рысай, өсөнсө урынды Өргөн ауылынан килгән бәйгеселәр алды.
Сығыштарҙы абруйлы жюри ағзалары: Учалы районының «Ағинәй» ойошмаһы ағзаһы Рәмзиә Зарипова, башҡорт теле уҡытыусыһы Рәшиҙә Асҡарова һәм район мәҙәниәт йорто директоры вазифаһын башҡарыусы Ләйлә Садыҡова баһаланы.
Киләһе конкурсты 28 февраль, Килмәк ауылы клубында үткәреү ҡаралған.

Халыҡ-ара Туған телдәр көнөнә арналған «Мәңге йәшәһен туған телем башҡорт теле» конкурсына йомғаҡ яһалды





