«Йәшәй әле башҡорт моңдары — 2022» төбәк-ара онлайн-конкурсына ниһәйәт йомғаҡ яһалды, — тип, Комсомольск моделле мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе Булат Пирғәлин ҡыуаныслы яңылығы менән бүлеште.
«18 йәшкә тиклем»ге ҡатнашыусылар араһында, уның уҡыусыһы Сабитов Байрас Гран-при алған!
Конкурсты Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, Ырымбур өлкәһенең Мәҙәниәт министрлығы булышлығында Ырымбур өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы (конгресы) менән берлектә Ырымбур өлкәһендәге Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге ойошторҙо. Конкурсанттарҙың сығыштарын Башҡортостандың халыҡ артистары Ғәзим Ильясов, Артур Туҡтағолов һәм Ырымбур өлкәһенән белгестәр баһалаған.
Гран-при алған Байрастың етәксеһе Булат Пирғәлин конкурс тураһында һөйләне
