АҠШ-тан да гүзәл заттар 8 мартҡа арналған байрам саралары программаһында әүҙем ҡатнашҡан!

Йыраҡ ерҙән нисек килеп еткәндәр ҙә, телде нисек аңлағандар тип баш ватмағыҙ — үҙебеҙҙең ауылдар тураһында һүҙ: Аҙнай, Ҡужай, Шәрип! Кисә Ҡужай ауылы клубында «Барыһы ла ҡатын-ҡыҙҙан башлана» исемле конкурс программаһы үткәрелгән. Өс ауылдың гүзәл заттары ярышып, төрлө уйындарҙа ҡатнашты. Үҙенсәлекле ярышта, жюри ҡарары буйынса, дуҫлыҡ еңде.

АҠШ-та үҙебеҙҙең ҡыҙҙар!