Ҡорама ауылы мәҙәниәт йортоноң «Йәшмә» халыҡ вокаль ансамбле 2001 йылдың декабрь айында барлыҡҡа килә һәм гел гүзәл заттарҙан тора.

Коллективты бына инде 22 йыл Ҡорама ауылы мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе, моңло тауышлы йырсы Лариса Ҡотоева етәкләй. 2006 йылда «Йәшмә»гә «халыҡ» исеме бирелә.

Ансамблгә мәктәп директоры, уҡытыусы, фельдшер, хореограф, һәм башҡа өлкәләрҙә эшләгән дәртле һәм уңған 9 ҡатын-ҡыҙ йөрөй. Йәшмәләр үҙҙәренең халыҡсан, күркәм сығышы, моңло йырҙары менән тамашасыларҙы әленән-әле һөйөндөрөп тора, төрлө кимәлдә үткәрелгән йыр конкурстарында даими призлы урындар яулай. 

Мәҫәлән, төрлө дәрәжәләге дипломдар Белорет ҡалаһында үткән «Ағиҙел йондоҙҙары» төбәк-ара хор һәм йыр ансамблдәре фестивалендә, «Беҙ йәшлегебеҙгә тоғро!» оло йәштәгеләрҙең асыҡ төбәк-ара ижады фестиваль-конкурсында (Мурманск ҡалаһы), «Премьера» халыҡ-ара сәнғәт һәм ижад конкурсында (Санкт-Петербург ҡалаһы), «Уралым» төбәк төрки халыҡтарының традицион ижады фестивалендә(Силәбе өлкәһе), “Торатау моңо” башҡорт хорҙары һәм йыр ансамблдәренең асыҡ республика фестиваль-конкурсында (Ишембай ҡалаһы) ҡатнашып яуланылған.

Ҡорама ауылы мәҙәниәт йортоноң «Йәшмә» халыҡ вокаль ансамбле менән таныштырабыҙ