Кисә, Учалы ауылының Барвиха микрорайонында урынлашҡан яңы балалар баҡсаһында, район мәҙәниәте хеҙмәткәрҙәре халыҡ уйындарын, йолаларын тергеҙеү маҡсатында Кәкүк сәйе байрамын уҙғарҙылар. Кескәйҙәр ихлас уйындарҙа ҡатнашып, йырлап-бейеп, һамаҡлап рәхәтләнеп ял иттелэр. Ошо байрамыбыҙҙы бар балалар баҡсаларында ла уҙғарырға иҫәп бар, тей район мәҙәниәт йорто етәксеһе Гөлнара Бәхтейәрова.

КЕСКӘЙҘӘРГӘ — «КӘКҮК СӘЙЕ»