Был ялдарҙа Ҡырмыҫҡалы районының Бишауыл-Уңғар ауылы янында табын ырыуы йәштәренең "Табын-фест" фестивале үтте. Икенсе тапҡыр үткәрелгән сара, республиканың 100 йыллығы һәм Ғаилә йылына арналды. Сараның маҡсаты, быуын-ара бәйләнештәрҙе нығытыу, ырыу тарихы менән танышыу һәм әүҙем тормош алып барыуға саҡырыу. Республиканың Архангель, Аыурғазы, Асҡын, Ғафури, Ҡараиҙел, Ҡырмыҫҡалы, Учалы, Тәтешле, Әбйәлил, Белорет, Дәүләкән, Салауат райондарынан, күрше Ырымбур, Ҡурған, Һамар, Һарытау өлкәләренән килгән делегациялар, спорт ярыштарында, халыҡ кәсебе һәм шәжәрәләр күргәҙмәһендә, "Табын һылыуы", "Табын батыры" конкурстарында һәм концерт өлөшөндә ҡатнаштылар. Учалы районының йәштәре лә фестивалдә ҡатнашып, райондың данын яҡлап ҡайттылар. Ҡоҙаш ауылы егете Азамат Лотфуллин "Табын батыры"нда, республикабыҙҙың төрлө тарафтарынан килгән 6 батыр менән, таһыллыҡта, сослоҡта, белемлектә көс һынашты, һүҙ-тел маһирлығын да күрһәтте. Милли көрәштә бил бирмәҫ батыр булыраҡ, тамашасының ғына түгел, жюри ағзаларының да иғтибарын яуланы. Егеттәр яланда үҙ-ара көс алышҡан арала, 9 ҡыҙ "Табын һылыу"ы исеменә дәғүәһен белдереп, сәхнәлә һынау тотто. Ойоштороусылар уларға ла ҡыҙыҡлы турҙар әҙерләгәндәр — ҡыҙҙар үҙҙәре менән дә таныштырҙы, аш-һыуға, ҡул эштәренә оҫталыҡтарын күрһәтте, йоланан өҙөк тә әҙерләп, башҡорт милли кейемдәрендә дефилела, ижади номерҙар менән дә сығыш яһаны. Учалы һылыуы Лилиә Йәнтурина, бар һынауҙарҙы уңышлы үтеп сығып "Табын һылыуы" тажына лайыҡ булды!!!! Гран-при бүләген Лилиәгә Табын ырыуының Ҡор башы, фестивалдең төп ойоштороусыһы Ниязбай Сәлимов тапшырҙы. Һылыуыбыҙҙың ижади сығыштарында, ҡурайсы Айнур Әхмәҙиевтың ярҙамы ҙур булды! Афарин Учалы йәштәренә! Барыһына ла ҙуууур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ! Артабан да бергә булып, берҙәм булып, ҙур уңыштар, еңеүҙәр яуларға насип итһен!!!
#табынырыуы#табынфест2018#фестиваль#табынйәштәре#бишаулунгар#кармаскалинскийрайон#учалинскийрайон#учалыйәштәре#гранпри#табынһылыуы#табынбатыры#мәҙәниәтучалы#башҡорттар#башҡортйәштәре#табынйыйыны#башҡортостанға100йыл#бәйге#конкурс

ТАБЫН ЫРЫУЫ ЙӘШТӘРЕН ЙЫЙҘЫ

Добавить комментарий