Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетында Муса Мортазиндың 125 йыллығын билдәләү буйынса кәңәшмә уҙғарылды
2016 йылдың 20 февралендә башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, легендар комбриг, күренекле хәрби һәм дәүләт эшмәкәре Муса Лут улы Мортазиндың тыуыуына 125 йыл тула. 
Ошо айҡанлы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты 26 ғинуар көнө республиканың Мәҙәниәт, Мәғариф министрлыҡтары вәкилдәре, Милли музей, Хәрби дан музейы, Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана, Башҡортостан “Китап” нәшриәте етәкселәре һ.б. ҡатнашлығында кәңәшмә үткәрҙе.
Йыйылышта ҡатнашыусылар ҡоролтай Башҡарма комитеты төҙөгән юбилей саралары программаһы буйынса фекер алышты. Программаға өҫтәмә тәҡдимдәр ҙә индерелде. Кәңәшмә йомғаҡтары буйынса түбәндәге саралар планы ҡабул ителде: 
1. 19 февраль көнө Башҡортостан Республикаһының Милли музейында Муса Мортазиндың тыуыуына 125 йыл тулыу айҡанлы Түңәрәк өҫтәл ойоштороу.
2. Милли музейҙа Муса Мортазинға бағышланған фотокүргәҙмә асыу.
3. Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала Муса Мортазинға арналған китап күргәҙмәһе ойоштороу.
4. Республика мәктәптәрендә Муса Мортазинға бағышланған дәрестәр уҙғарыу.
5. Республика Хәрби дан музейының “Тарих-онлайн” проекты сиктәрендә мәктәптәр менән Муса Мортазинға бағышланған интернет-дәрестәр циклы үткәреү.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының матбуғат хеҙмәте.

Муса Мортазиндың 125 йыллығын билдәләү буйынса кәңәшмә уҙғарылды

Добавить комментарий