Бер сәғәт элек кенә, Учалы районының Уральск мәҙәниәт йортонда, башҡорт халҡының боронғо дини фольклоры өлгөһө – мөнәжәт башҡарыусыларҙың асыҡ район конкурсы тамамланды. Районыбыҙҙа беренсе тапҡыр ойошторолған сара Учалы районы «Ағинәйҙәр ҡоро» (етәксеһе Мәрзиә Солтанбаева), район мәҙәниәт бүлеге менән берлектә үтте. Сораман, Ҡоҙаш, Әүеш, Юлдаш, Ҡунаҡбай, Ыҫтамғол, Мәҫкәү, Килмәк, Уральск, Зәйнәкәй, Миндәк, Ҡаҙаҡҡол, Ишмәкәй, Ишкен аулдарынан килгән ағинәйҙәр башҡарыу оҫталығында көс һынашты һәм был жанрҙы тергеҙеүҙәге, һаҡлауҙағы фиҙаҡәрлектәре өсөн Дипломаға лайыҡ булдылар. Күркәм сарала жюри ағзалары: күренекле шағир һәм яҙыусы Мәүлит Ямалетдинов, мәғариф бүлеге методисы Зилә Шәрәфетдинова, район Ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе Мәрзиә Солтанбаева, мосолмандар ойошмаһы рәйесе Фатима Моратова, С.Низаметдинов исемендәге Учалы мәҙәҙәниәт колледжы студенты Сәмиғулла Лоҡманов һәм район мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Ирек Әхмәҙиев, район мәғариф бүлеге етәксеһе Ләйсән Фазлетдинова ла ҡатнашты. 

Мөнәжәт башҡарыусыларҙың I асыҡ район конкурсы үтте.

Добавить комментарий