27 март көнө, Учалы ҡала крайҙы өйрәнеү музейында, Бөтә донъя фольклориадаға әҙерлек сиктәрендә башҡорт традицон аяҡ кейеме — сарыҡ тегеү буйынса оҫталыҡ дәресе ойошторолдо.
Оҫталыҡ дәрестәрен башҡорт милли кейемен, биҙәүестәрен тергеҙеү менән күптән шөғөлләнгән һәм был өлкәлә күп мәғлүмәт туплаған, Сибай Башҡорт гуманитар колледжы вәкиллеге уҡытыусыһы Азат Ғарипов үтәкәрҙе. Ҡатнашыусыларҙы ул музейҙа һаҡланған, Учалы оҫталары теккән сарыҡтар миҫалында аяҡ-кейеме төҙөлөше серҙәрен өйрәтте, тегеү техникаһы менән таныштырҙы. 
Әйткәндәй, ошо фотолар авторы, Ҡотой ауылы оҫтабикәһе Нәйрә Ғилажева, тап Азат Салауат улының күҙәтеү-күрһәтмәләре буйынса үҙенә күҙҙең яуын алырҙай сарыҡтар тегеп алғанда инде(6,7 фотоларҙа).
«Сарыҡты тегеү-тергеҙеү эше бик ҡатмарлы һәм ҙур оҫталыҡ талап итә. Шуға күрә артабанда был эште дауам итеп, билдәләнгән көндәрҙә мастер-класстар үткәреү ҡаралған» тип белдерҙе Азат Салауат улы.

УЧАЛЫ МУЗЕЙЫНДА — ОҪТАЛЫҠ ДӘРЕСТӘРЕ