«Табын» халыҡ ижады коллективы һеҙҙе 18 апрелдә Сәфәр ауылы мәҙәниәт йортонда үтәсәк «Аҡмулла» исемле бер актлы спектакленә саҡыра.

Сценарий авторы — «Табын» халыҡ ижады коллективы режиссеры, Башҡортостандың атҡаҙанған һәм халыҡ артисы, М.Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актеры Илнур Лоҡманов.

Был спектакль аша тамашасылар бөйөк шағир, дин белгесе, мәғрифәтсе, башҡорт халҡының бөйөк улы Мифтахетдин Аҡмулланың тормош юлын ҡарай ала. Уның тормошо ауырлыҡтар, ҡыйынлыҡтар менән тулы булған, әммә был уға тарихта эҙ ҡалдырырға ҡамасауламаған.

Пушкин картаһы ғәмәлдә.

Хөрмәтле театр сәнғәтен һөйөүселәр!